Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Май 2022, 10:34

Умартасылар хеҙмәттәшлеккә әҙер

"Беҙҙе, Рәсәйҙең иң ҙур умартасылыҡ төбәге булараҡ, Үзбәкстанда умартасылыҡты үҫтереү тәжрибәһе ҡыҙыҡһындыра".

Умартасылар хеҙмәттәшлеккә әҙер
Умартасылар хеҙмәттәшлеккә әҙер

Ташкент ҡалаһында үткән Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында Башҡортостан һәм Үзбәкстан умартасылары хеҙмәттәшлек итергә килеште. Башҡортостандың “Алтын солоҡ” төбәк-ара умартасылыҡ продукцияһын һаҡлау һәм үҫтереү үҙәге менән Үзбәкстандың Умартасылар ассоциацияһы килешеү төҙөнө. Шулай уҡ Ташкенттың Умартасылар ассоциацияһы менән дә ошондай уҡ килешеүгә ҡул ҡуйылды.

– Беҙҙе, Рәсәйҙең иң ҙур умартасылыҡ төбәге булараҡ, Үзбәкстанда умартасылыҡты үҫтереү тәжрибәһе ҡыҙыҡһындыра, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Бында биш йылда бал ҡорттары күсе һанын һәм бал етештереүҙе икеләтә арттырыуға өлгәшкәндәр. 2021 йылда Үзбәкстанда 25 мең тонна бал етештерелгән, ә күстәр һаны 1,1 миллион тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә умартасылыҡта ғилми селекция яҡшы үҫешкән. Үзбәкстандағы коллегаларҙы ошо йүнәлештәге тәжрибәбеҙ ҡыҙыҡһындырҙы.

Килешеүҙәр умартасылыҡтың сауҙа-иҡтисади, ғилми-тикшеренеү һәм фәнни-техник өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеүҙе, тәжрибә алмашыуҙы күҙ уңында тота.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

https://bashgazet.ru

Умартасылар хеҙмәттәшлеккә әҙер
Умартасылар хеҙмәттәшлеккә әҙер
Автор:
Читайте нас: