Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
26 Май 2022, 08:16

Башҡортостанда һут заводы эшләй башлаясаҡ

Рөстәм Моратов белдереүенсә, Башҡортостан Үзбәкстан менән ауыл хужалығы тармағында бер нисә уртаҡ инвестиция проектын тормошҡа ашырмаҡсы.

Башҡортостанда һут заводы эшләй башлаясаҡ
Башҡортостанда һут заводы эшләй башлаясаҡ

Башҡортостан юлдаш телеканалында брифинг булды һәм унда республика делегацияһының Үзбәкстанға эш сәфәре һөҙөмтәләре ҡаралды. Беренсе вице-премьер Рөстәм Моратов белдереүенсә, Башҡортостан Үзбәкстан менән ауыл хужалығы тармағында бер нисә уртаҡ инвестиция проектын тормошҡа ашырмаҡсы.

– Теплицалар хужалығы, баҡсалар, тәрән туңдырыу, сублимация – быларҙың бөтәһе лә беҙҙең өсөн ноу-хау, улар беҙгә алға табан барыу мөмкинлеге бирәсәк. Беҙҙә Башҡортостанда һуттар етештереү буйынса завод асыу буйынса килешеү бар. Сәфәр барышында үзбәк коллегаларыбыҙ шундай теләк белдерҙе. Әле беҙ был йәһәттән эш башланыҡ та, уларға уңайлы локация бирәсәкбеҙ. Шулай булғас беҙҙең йәшелсәләрҙән әҙерләнгән һуттар һатыласаҡ, – тине Рөстәм Моратов.

Уның белдереүенсә, Үзбәкстан шулай уҡ тәрән эшкәртелгән картуфты үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек итергә теләй, сөнки уларҙың тупрағы үҙенсәлектәре быны эшләргә бирмәй. Әленән чипсылар етештергән үзбәк компанияһы менән килешеү бар. Шулай уҡ шәкәр сөгөлдөрөн етештереү, эшкәртеү һәм үҫтереү буйынса ниәттәре әҙерләнә.

Бынан тыш Башҡортостан мамыҡ эшкәртеү буйынса уртаҡ етештереү булдырыу мөмкинлеген өйрәнә. Башҡортостанда Үзбәкстанда туҡымалар етештереү өсөн һатылған комплектлаусылар эшләнә.

Башҡортостан Мәктәп туҡланыуы операторҙары ассоциацияһы етәксеһе Виталий Черевков һөйләүенсә, хәҙер Үзбәкстанға сәфәр йомғаҡтары буйынса реаль эштәр башҡарыла, тиҫтәләгән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

– Хәҙер быларҙың барыһын да практик өлкәгә күсерәбеҙ. Беҙ хәҙер сублимацияланған еләктәрҙе тикшерәбеҙ. Улар Үзбәкстанда бик етди технология буйынса эшләнә. Вакум камераһында һауа температураһы аҡрынлап түбәнәйә барғанда ентекле һаҡланған еләк алабыҙ. Һыу ҡушҡанда ул башланғыс формаһына кире ҡайта. Һөт ризыҡтарын өҫтәгәндә беҙ витаминлаштырылған һөт продукцияһы алабыҙ, - тип һөйләне Виталий Черевков.

Шулай уҡ мәктәптә туҡланыуҙы ойошторғанда файҙаланылған сифатлы киптерелгән еләк-емеште килтереү мөмкинлегенә ҙур иғтибар бүленде.

Фото: eda-land.ru

https://bashgazet.ru

Башҡортостанда һут заводы эшләй башлаясаҡ
Башҡортостанда һут заводы эшләй башлаясаҡ
Автор:
Читайте нас: