Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
28 Май 2022, 07:32

Алмалары бешер алланып

"Инвестиция суммаһы бөгөн – 84,4 миллион һум. 2034 йылға тиклем уны 600 миллион һумға еткерергә тейешбеҙ".

Алмалары бешер алланып
Алмалары бешер алланып

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә республикала баҡсалар үҫтереү пландары менән уртаҡлашҡан. Проекттар ҡыҙыҡлы.

“Беҙ мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында туҡланыуҙы үҙебеҙҙең аҙыҡтар ярҙамында ойоштороу өсөн ҙур эш башҡарабыҙ. Шул иҫәптән – Башҡортостанда үҫтерелгән йәшелсә, емеш-еләк менән.

Республиканың 11 районында мәктәп туҡланыуы операторы булған туҡланыу үҙәге, ошо йылдан башлап Шишмә емеш-еләк һәм йәшелсә питомнигынан мәктәпкәсә йәштәге һәм мәктәп учреждениеларын алма менән тәьмин итәсәк.

Алма баҡсаларын районда инвестиция проекты һөҙөмтәһендә тергеҙә башланылар. 2019 йылда концессия килешеүе буйынса Шишмә питомнигына емеш-еләк питомнигы совхозының милек комплексы тапшырылды. 2021 йылда өҫтөнлөклө инвестиция проекттары иҫәбенә индерелгән проект интенсив һәм суперинтенсив типтағы баҡсаларға нигеҙ һалыуҙы күҙ уңында тота. Заманса технологиялар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яҡшы уңыш алырға мөмкинлек бирә.

Бында проект буйынса ҡаралған 100 гектар алма баҡсаһының 80 гектары һалынған да инде. Инвестиция суммаһы бөгөн – 84,4 миллион һум. 2034 йылға тиклем уны 600 миллион һумға еткерергә тейешбеҙ. Киләсәктә алманан тыш ҡара миләш, ҡурай еләге, һырғанаҡ үҫтерергә лә уйлайҙар. Сит ил емеш-еләгенә бына тигән алмаш!” - тип яҙҙы республика Башлығы.

Фото: Р. Хәбировтың сәхифәһе.

https://bashgazet.ru

Алмалары бешер алланып
Алмалары бешер алланып
Автор:
Читайте нас: