Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
4 Июнь 2022, 17:47

Төрөктәр көнбағыштың гибрид орлоғон етештерәсәк

Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу кәмендә 32 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

Төрөктәр көнбағыштың гибрид орлоғон етештерәсәк
Төрөктәр көнбағыштың гибрид орлоғон етештерәсәк

"Генезис Агро Трейд" компанияһы Башҡортостан биләмәһендә көнбағыштың һәм башҡа культураларҙың гибрид орлоҡтарын етештереү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырасаҡ. Кисә, йәғни 3 июндә, Сибайҙа "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында республика Хөкүмәте һәм компания араһында инвестиция ниәттәре тураһында тейешле килешеүгә ҡул ҡуйылды. Проектҡа инвестициялар күләме - 142 миллион һум. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу кәмендә 32 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

"Көнбағыш Башҡортостан сәсеүлектәре структураһында ярайһы ҙур өлөш алып тора, төбәктә уны эшкәртеү һәм үҫемлек майын етештереү буйынса ике ҙур предприятие эшләй, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов килешеүгә ҡул ҡуйыу йомғаҡтары буйынса. - Импортҡа, айырыуса көнбағыш гибридтарына алмаш мәсьәләһе бөгөн көнүҙәк булып тора. Әлеге ваҡытта инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ауыл хужалығы культураларын үҫтереү өсөн ер участкаларын һайлау алып барыла".

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

https://bashgazet.ru
Төрөктәр көнбағыштың гибрид орлоғон етештерәсәк
Төрөктәр көнбағыштың гибрид орлоғон етештерәсәк
Автор:
Читайте нас: