Дим буйҙары
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Июнь 2022, 16:20

“Теләк тә, федераль үҙәктән ярҙам да бар...”

Радий Хәбиров юл төҙөлөшөнә бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.

“Теләк тә, федераль үҙәктән ярҙам да бар...”
“Теләк тә, федераль үҙәктән ярҙам да бар...”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә юл төҙөлөшөнә бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.

 “Губернаторҙар менән эшлекле иртәнге ашҡа ике уй менән килдем. Беренсеһе – ил Президентына, Хөкүмәтенә, “Автодор” компанияһына рәхмәт белдереү. Беҙ Башҡортостан Республикаһындағы хәл-ваҡиғаларҙы юл төҙөлөшө ренессансы тип атайбыҙ. Бер үк ваҡытта бер нисә магистраль мегапроекттың тормошҡа ашырылыуы республикабыҙ тарихында булмаған хәл.

Өфөнән көнсығыш яҡлап М-5 “Урал” трассаһына сығыу юлын һалыу, Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлын реконструкциялау һәм юғары тиҙлекле М-12 яңы федераль трассаһының (Мәскәү – Екатеринбург) бер өлөшөн төҙөү йәһәтенән эш башланған, йә булмаһа планда ныҡлы билдәләнгән.

Беҙ юлға бәйле йәнә бер хәл-ваҡиғала ҡатнашырға ниәтләнек. Уны үҙебеҙ өсөн әлегә “Өфө – Краснодар” тип атайбыҙ. Был көньяҡ-көнбайыш хорда беҙҙе Урал-Волга буйындағы һәм Рәсәйҙең көньяғындағы ҙур агломерациялар менән бәйләйәсәк. Ул Һамар, Тольятти, Һарытау, Волгоград һәм Донбассҡа яҡын үтәсәк. Юл ғәйәт мөһим стратегик һәм иҡтисади әһәмиәткә эйә, сөнки беҙҙең бизнесҡа Ҡара, Азов һәм Каспий диңгеҙҙәрендәге ҙур порттарға сығырға мөмкинлек бирәсәк.

Һәм икенсеһе – был проекттар иҡтисадтың әлегә ҙур булмаған тағы ла бер секторын – юл буйы сервисын үҫтереүгә этәргес бирә. Беҙҙә был эшмәкәрлек төрөнә ҡыҙыҡһыныу ғәйәт ҙур. Беҙ әҙер ҡарарҙар магазинын ойошторҙоҡ, трассалар, шул иҫәптән федераль трассалар буйында 400 участка бүлдек. Инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырҙыҡ. Килеп, төҙөй башларға мөмкин. Иҡтисади хәл дә республикаға инвесторҙар йәлеп итеүҙе талап итә. Был төбәкте үҫтерергә булышлыҡ итә.

Ошо йүнәлештә яҡшы темп алдыҡ, компетенциялар, техника, ҙур теләк һәм, иң мөһиме, федераль үҙәктән ярҙам бар.

Артабан эшләйбеҙ”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/radiyhabirov

https://bashgazet.ru

“Теләк тә, федераль үҙәктән ярҙам да бар...”
“Теләк тә, федераль үҙәктән ярҙам да бар...”
Автор:
Читайте нас: