Дим буйҙары
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Июнь 2022, 16:24

“Амкодор” Башҡортостанда завод төҙөй

Петербургта уҙған халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында инвестиция ниәттәре тураһында килешеү төҙөлдө.  

“Амкодор” Башҡортостанда завод төҙөй
“Амкодор” Башҡортостанда завод төҙөй

16 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында Башҡортостан Хөкүмәте, Беларусь Республикаһының “АМКОДОР” холдингы һәм Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы араһында инвестиция ниәттәре тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы директоры Наил Ғәббәсов һәм “АМКОДОР” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Александр Шакутин ҡул ҡуйҙы.

Инвестор Өфө районында йыйылған игенде эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү һәм Өфө ҡалаһы биләмәһендә етештереү-сервис үҙәге төҙөү буйынса инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырырға ниәтләй.

– Ике проект буйынса инвестиция күләме 2,5 миллиард һум тәшкил итә. Комплекс төҙөлөшөн 2023 йылда тамамлау планлаштырыла. Тап беҙҙең төбәктең Белоруссия холдингының етештереү эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн майҙансыҡҡа әүерелеүенә бик шатбыҙ. Берлектәге тышҡы сауҙа эшмәкәрлеген үҫтереү йәһәтенән билдәләнгән пландар юҫығында был йүнәлештә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү айырыуса мөһим, – тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса эштең координаторы тип билдәләнде.

– Башҡортостан иҡтисадҡа ысын идара итеү тормошҡа ашырылған иң яҡшы төбәктәрҙең береһе. Бында халыҡ һөҙөмтә алыу менән ҡыҙыҡһына, бөтә ҡарарҙар йылдам ҡабул ителә. Шуға күрә бөгөн һәр инвестор бизнесты үҫтереү өсөн шарттар булдырылған ергә ынтыла, – тине Александр Шакутин.

Мәғлүм булыуынса, былтыр декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Республикаһына сәфәре барышында “АМКОДОР” холдингы майҙансығында булғайны. Унда ике республиканың хеҙмәттәшлеге тураһында килешеүгә өлгәшелде.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

https://bashgazet.ru

“Амкодор” Башҡортостанда завод төҙөй
“Амкодор” Башҡортостанда завод төҙөй
Автор:
Читайте нас: