Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Июнь 2022, 17:02

Граждандар форумы эш башланы

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Республикаһының Граждандар форумы асылды. Алтынсы тапҡыр үткәрелгән был сара, ғәҙәттәгесә, коммерцияға ҡарамаған берләшмәләр, бизнес, власть, халыҡтың үҙ-ара аралашыуы өсөн башланғыс майҙансыҡҡа әүерелде.

Граждандар форумы эш башланы
Граждандар форумы эш башланы

Форумда Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша.

Граждандар форумы бер үк ваҡытта Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының күргәҙмә майҙансығы ла булып тора, унда иң яҡшы тәжрибәләр, һөҙөмтәле технологиялар, яңы социаль программалар һәм проекттар тәҡдим ителә. Икенсе яҡтан – пленар ултырыш һәм тематик майҙансыҡтар эше сиктәрендә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн социаль-шәхси һәм йәмәғәтселек партнерлығы, хәйриәлек, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың йәмғиәттәге роле темаларына ҡағылышлы иң мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү урыны.

Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне.

– Республикабыҙҙа коммерцияға ҡарамаған секторҙың күп булыуы, башҡарма власть органы, республика Башлығы яғынан ул килгәндән алып был йүнәлештең тиҙ арала хупланыуы ҡыуаныслы. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы кеүек институттар көсәйҙе, яңылары – Кеше хоҡуҡтары буйынса совет, яҡшы грант операторы – Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды йәки Башҡортостан Башлығы гранттары фонды барлыҡҡа килде. Ул 2020 йылдан тап коммерцияға ҡарамаған сектор араһында республика Башлығы гранттарын бүлеүгә объектив ҡарай, фонд иң яҡшы грант операторҙарының береһе тип танылды, – тине ул.

Урал Килсенбаев Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙанынан килгән яҡшы яңылыҡ менән дә уртаҡлашты.

– Петербург иҡтисади форумында етәксебеҙ Президент гранттары фонды етәксеһе менән килешеүгә ҡул ҡуйған тәүге төбәк булыуыбыҙға шатбыҙ. Был гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү өсөн өҫтәмә стимул булыр тип уйлайым. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, беҙҙең коммерцияға ҡарамаған секторыбыҙ өсөн икеләтә яуаплылыҡ ята. Ошо фонд аша бүленгән гранттар буйынса федераль аҡсаны күберәк алырбыҙ тип ышанабыҙ, – тине ул.

Форумға йыйылғандарҙы Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эксперты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сәләмләне.

– Әле илдә һәм тотош донъяла ябай осор түгел. Беҙгә бөгөн йәмәғәт ойошмалары, дәүләт власы органдары берләшһен, дөйөм бурыстарҙы үтәһен өсөн һис ҡасан булмағанса, тупланырға кәрәк. Кешеләрҙә булған һорау – тотороҡлолоҡҡа, үҫешкә һорау ул. Йәмәғәт ойошмалары – дәүләт ҡулы етмәгән урындарҙа, локаль, әммә бик мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткән, айырым эшләргә кәрәк булған маҡсатлы төркөмдәр менән эшләгән кешеләр, әүҙем ағзалар. Барығыҙ ҙа проекттарҙы тормошҡа ашырыу серҙәренә төшөнәһегеҙ, дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә, – тип билдәләне Эльвира Айытҡолова.

Форум бик әүҙем бара. Иртәнсәктән алып интерактив майҙансыҡтар – Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының һәм Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың ҡабул итеү бүлмәһе, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың иң яҡшы тәжрибәләре һәм граждандар башланғыстары күргәҙмәһе ойошторолдо. Конгресс-холл алдында ЛХР-ҙа йәшәүселәр өсөн гуманитар ярҙам ҡабул итеү буйынса акция бара. Бында ойошмалар ҙа, ябай кешеләр ҙә ярҙам күрһәтә һәм уларға кәрәкле әйберҙәр килтерә ала. Ярҙамды йыйыу иртәнге туғыҙҙан киске бишкә тиклем барасаҡ.

Шулай уҡ көн дауамында бик күп белем биреү майҙансыҡтары эшләйәсәк, уларҙа түңәрәк өҫтәлдәрҙә власть, бизнес һәм йәмғиәт диалогы, балалар, йәштәр хәрәкәте, ирекмәнлек кеүек бихисап көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү планлаштырыла.

Бөгөн кис форумға йомғаҡ “Граждандар башланғыстары: яңы мөмкинлектәр” пленар ултырышында яһала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың тәүге форумы 2014 йылда үткәрелгәйне. Аҙаҡ ул йыл һайын ойошторолдо һәм һуңғы ике йылда пандемия сәбәпле кисектерелеп торғайны. Бынан ары уны йәнә йыл һайын үткәрергә тигән ҡарар ҡабул ителде.

Фото: "Башинформ". 

https://bashgazet.ru

Граждандар форумы эш башланы
Граждандар форумы эш башланы
Автор:
Читайте нас: