Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
8 Июль 2022, 15:56

Башҡорт балына һорау ҙур

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә башҡорт балы һатылған өс ATLAS HONEY магазины асылды, тағы икәүһе асылырға тора, тип хәбәр итте Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Башҡорт балына һорау ҙур
Башҡорт балына һорау ҙур

AL AGRO LLC компанияһы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә башҡорт балы һатылған өс ATLAS HONEY магазинын асып ебәрҙе, йәнә ике нөктә асылырға тейеш. Компанияның проекты маҡсаты — Рәсәйҙән Яҡын Көнсығыш илдәренә экологик яҡтан таҙа һәм органик продукция оҙатыу эшен яйға һалыу. Я2030 йылға Яҡын Көнсығышта 2030 йылға мең магазин асыу күҙ уңында тотола.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: