Дим буйҙары
+9 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Июль 2022, 00:08

Асыҡ һауала умартасылыҡ музейы асмаҡсылар

Йүнсел ауыл туризмын үҫтереү, биләмәлә кескәй апийорттар һалыу ниәтен белдерҙе.

Асыҡ һауала умартасылыҡ музейы асмаҡсылар
Асыҡ һауала умартасылыҡ музейы асмаҡсылар

Краснокама районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эщҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, Краснокама районы хакимиәтенә “Асыҡ һауала умартасылыҡ музейын асыу һәм умарталыҡ ойоштороу, унда оҫталыҡ дәрестәре үткәреү һәм умартасылыҡ продукцияһын тәмләп ҡарау” проекты менән инвестор мөрәжәғәт иткәйне. Ул ауыл туризмын үҫтереү, биләмәлә кескәй апийорттар һалыу ниәтен белдерҙе.

Салауат Тәвис улы Миңлемөхәмәтов 2018 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығын аса һәм бал ҡорттары үрсетеү, бал, умартасылыҡ продукттары етештереү менән һөнәри шөғөлләнә башлай. 2019 йылда ул “Краснокама районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү” муниципаль программаһы сиктәрендә 300 мең һум күләмендә финанс ярҙамы ала. Быйыл иһә уның Ҡарый ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан умарталығында 200-ҙән ашыу умарта иҫәпләнә.

Әйткәндәй, хеҙмәттәшлеккә урындағы умартасылар ҙа йәлеп ителә. Бер йыл элек республиканың төньяғындағы умартасыларҙы берләштереү маҡсатында “Төньяҡ” умартасылар союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы төҙөлә. Уның етәксеһе итеп Салауат Миңлемөхәмәтов һайлана. Тәжрибәле умартасылар бергәләп бал ҡорттарын ҡарау серҙәре һәм технологияһы менән уртаҡлаша.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/286244

bashgazet.ru

Асыҡ һауала умартасылыҡ музейы асмаҡсылар
Асыҡ һауала умартасылыҡ музейы асмаҡсылар
Автор:
Читайте нас: