Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Июль 2022, 08:21

Башҡортостан Европаға ҡош-ҡорт мамығын һата

Тауар Европа союзы һәм импортҡа сығарған илдең хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә.

Башҡортостан Европаға ҡош-ҡорт мамығын һата
Башҡортостан Европаға ҡош-ҡорт мамығын һата

Туймазы районындағы ауыл хужалығы тауарын сәнәғәт эшкәртеүгә махсуслашҡан предприятие Италиялағы уҙаҡташтарына ҡаҙ һәм өйрәк мамығы ебәргән, тип хәбәр итәләр Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Европаға кейем һәм постель тегеү өсөн тәғәйенләнгән 6817,7 килограмм ҡаурый һәм мамыҡ 60 минут буйына 1200 градус температурала парҙа зарарһыҙландырылған. Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы күҙәтеүендә был сеймалға халыҡ-ара ветеринар сертификат бирелгән. Тауар Европа союзы һәм импортҡа сығарған илдең хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә.

Европа илдәренең Рәсәйгә ҡарата башлаған санкциялар һуғышы һәм һуңғы ун йылдағы иң һыуыҡ ҡышты көткәндә Европаның бындай сеймалды алыуы бик урынлы һәм киләсәкте ҡайғыртыу ул. Рәсәй газы булмағанда Европа фатирҙарында оҙон һәм һыуыҡ кистәрҙа тәбиғи мамыҡтан курткалар уларҙы йылытасаҡ. Ул да шул уҡ Рәсәйҙән булһа ла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле илдә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") ғәмәлгә ашырыла. Уның маҡсатлы индикаторы – ауыл хужалығы тауарын сит илгә һатыуҙы 45 миллиард доллар кимәленә сығарыу.

Фото: "Башинформ".  

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

Башҡортостан Европаға ҡош-ҡорт мамығын һата
Башҡортостан Европаға ҡош-ҡорт мамығын һата
Автор:
Читайте нас: