Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ИҠТИСАД
9 Август 2022, 03:44

Буралар иген менән тулыр

2022 йылда Башҡортостан аграрийҙары 4 миллион тоннаға яҡын ашлыҡ йыйып алырға ниәтләй, тип белдерҙе республика вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәһендә.

Буралар иген менән тулырБуралар иген менән тулыр
Буралар иген менән тулыр

«Көтөлгән күрһәткестәр былтырғы кимәлдән ике тапҡырға тиерлек күберәк — ул саҡта беҙ 2,2 миллион тонна йыйып алдыҡ. Май бирә торған культуралар буйынса план — 500 мең тоннанан ашыу, шәкәр сөгөлдөрө буйынса иһә 1,3 миллион тонна. Быйыл беҙҙең алда бөтәһе 2 миллион 462 мең гектар самаһы, шул иҫәптән 1 миллион 759 мең гектар иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, шулай уҡ 480 мең гектар техник культуралар йыйыу бурысы тора»,  — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.

Урып-йыйыу эштәренә 3 960-тан ашыу комбайн йәлеп ителгән, был былтырғыға ҡарағанда 120-гә күберәк, тип өҫтәне министр.

https://www.bashinform.ru

Буралар иген менән тулыр
Буралар иген менән тулыр
Автор:
Читайте нас