Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Август 2022, 11:52

Төҙөлөш йылдам бара

Финанслау күләме – 19 миллиард һумдан ашыу.

Төҙөлөш йылдам бара
Төҙөлөш йылдам бара

Башҡортостанда, инфраструктуралы бюджет кредиты аҡсаһын йәлеп итеп, урамдарҙы һәм юлдарҙы төҙөү, инженер инфраструктураһын заманлашсылаштырыу, шулай уҡ йәмәғәт транспортын һатып алыу буйынса проекттар тормошҡа ашырыла. Финанслау күләме – 19 миллиард һумдан ашыу. Был сумманың биш миллиарды төбәккә килгән.

“Башҡортостанда ҙур төҙөлөш бара – 2025 йылға тиклем һигеҙ миллион тирәһе квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү планлаштырыла. Яңы райондарҙы мотлаҡ инфраструктура менән тәьмин итеү өсөн яңы һәм үҙгәртеп ҡоролған урамдар, юлдар төҙөлгән, таҙартыу ҡоролмалары яңыртылған, яңы йәмәғәт транспорты һатып алынған. Бынан тыш, 2200 урынлыҡ дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөү планлаштырыла”, - тип хәбәр итте Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ министрының беренсе урынбаҫары Александр Ломакин.

“Республиканың, инфраструктуралы бюджет кредиты механизмдарын файҙаланып, финаслауға ихтыяжы ҙур. Был яңы торлаҡты төҙөү һәм уңайлы ҡала мөхитен үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барабыҙ”, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Өфөлә транспорт юлдары, көньяҡҡа сығыу юлы төҙөлә, урамдар үҙгәртеп ҡорола. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: building.bashkortostan.ru

#национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

 

Төҙөлөш йылдам бара
Төҙөлөш йылдам бара
Автор:
Читайте нас: