Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Август 2022, 00:07

Бында матурлыҡ тыуа!

Территорияла бер нисә төҙөүселәр бригадаһы эшләй, йөк машиналары төҙөлөш материалдары килтерә, махсус техника йәлеп ителгән

Бында матурлыҡ тыуа!
Бында матурлыҡ тыуа!

Өфөлә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына капиталь ремонт дауам итә, уға бинаны реконструкциялау һәм төкәтмә һалыу инә. Бынан тыш, “Әкиәт” скверын һәм уның эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү эштәре алып барыла.

Бөгөнгө көнгә, учреждение етәкселеге мәғлүмәттәренә ярашлы, төҙөлөш-монтажлау эштәрен “1-се төҙөлөш идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль подрядсыһы билдәләнгән график сиктәрендә алып бара. Театрға төкәтеп һалынған өлөштә беренсе һәм икенсе ҡатлы монолит конструкциялар, беренсе ҡат өҫтөндә таяуҙар ҡорола, подвалға кирбестән бүлкәләр һалыу һәм уның монолит стеналарын ҡуйыу, гидроизоляция эштәре башҡарыла. Бинаның төҙөкләндерелгән өлөшөндә электр монтажлау эштәре алып барыла, елләтеү системаһы ҡуйыла, тәҙрәләр һәм витраж конструкциялары, ҙур залдың галереяһы монтажлана, фасады йылытыла, кабель линияһы сығарыла, ҡыйығы ябыла.

Театрҙың амбассадоры, Өфө ҡала Советы депутаты Ирина Сухарева билдәләүенсә, бында эш ҡайнай, барыһы ла юғары кимәлдә башҡарыла.

– Территорияла бер нисә төҙөүселәр бригадаһы эшләй, йөк машиналары төҙөлөш материалдары килтерә, махсус техника йәлеп ителгән. Планка юғары тора, сөнки балалар өсөн киңлек булдырыла. Театр эсендә лә ҙур үҙгәрештәр була, реконструкциянан тыш, ул тамаша залын киңәйтә (135 урынға иҫәпләнгән), төп зал 300 урынға иҫәпләнгән. Матурлыҡ! Тағы ла күберәк саралар буласаҡ, – тип хәбәр итте ул.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә Дәүләт ҡурсаҡ театрына капиталь ремонт ил президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект "Культура") сиктәрендә уҙғарыла һәм баш ҡаланың 450 йыллығына арналған юбилей объекттары исемлегенә инә. Дәүләт контракты буйынса эштәрҙе 2023 йылдың 30 ноябренә тиклем тамамлау күҙаллана.

#национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

Бында матурлыҡ тыуа!
Бында матурлыҡ тыуа!
Автор:
Читайте нас: