Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
8 Сентябрь 2022, 09:10

Пенсия күпме?

Пенсияның уртаса күләме күпме? Ул күпмегә артҡан? Башстат үҙ мәғлүмәттәрен бирҙе...

Пенсия күпме?
Пенсия күпме?

Башҡортостанда пенсияның уртаса күләме, 2022 йылдың 1 июленә ҡарата, 17 913 һум тәшкил иткән, тип хәбәр итте республика статистиктары.

2021 йылдың 1 июле менән сағыштырғанда, республикала уртаса пенсия 2 593 һумға артҡан.

Бер йылда пенсионерҙар 4,4 мең кешегә кәмегән һәм 1,155 миллион самаһы кеше тәшкил иткән. Уларҙың күпселеге йәки 1,055 миллионға яҡыны страховка пенсияһы ала. Быйыл 1 июлгә республикала уның уртаса күләме 18 412 һумға еткән (2021 йылдың июлендә иһә 15 755 һум).

Дәүләт пенсия тәьминәте буйынса 99,9 мең кешегә генә пенсия түләнә. Ошо категорияға ҡараған пенсионерҙарҙың уртаса пенсия күләме 2 031 һумға артып, 12 644 һумға еткән, тип белдерҙеләр Башстатта.

https://hakmar.ru

Пенсия күпме?
Пенсия күпме?
Автор:
Читайте нас: