Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Ноябрь 2022, 16:03

Ваҡытынан алда түләнә

Өлөшләтә мобилизация барышында саҡырылған граждандарға декабрь өсөн аҡса ғинуарҙа түгел, ә 25 декабргә тиклем, йәғни ваҡытынан алда бирелә.

Ваҡытынан алда түләнә
Ваҡытынан алда түләнә

Оборона министры урынбаҫары Татьяна Шевцова Дәүләт Думаһы депутаты Максим Ивановтың һорауына яуап бирҙе. Был хаҡта депутат үҙенең телеграм-каналында яҙған.

«Мобилизацияланғандарға аҡсалата түләүҙәр тәртибе буйынса ведомствонан яуап алдым. Был мәғлүмәтте бөтә Рәсәй белә: һәр айҙың 10-ынан 20-һенә тиклем үткән ай өсөн түләнә. Етешһеҙ яғы — яңы йыл байрамдарына мобилизацияланған ир-егет һәм уның ғаиләһе (ҡатыны, әсәһе, балалары) декабрь өсөн аҡса алып өлгөрмәй. Ошондай хәл булмаһын өсөн Оборона министрлығы декабрь өсөн аҡсаны шул уҡ айҙа 25 декабргә тиклем түләргә хәл итте», — тип яҙҙы Максим Иванов.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: