Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
23 Декабрь 2022, 00:04

127 мең тонна иген һатылған

Иген интервенцияһы нигеҙендә республикала 255,6 мең тонна уңыш һаҡланасаҡ.

127 мең тонна иген һатылған
127 мең тонна иген һатылған

Башҡортостанда 2022 йылда иген интервенцияһын булдырыу сиктәрендә биржа сауҙаһы башланды. Бөгөнгә 1 миллион 788 мең һумдан ашыу суммаға 127 мең тонна иген һатып алынған. Продукция Ҡырмыҫҡалы, Ергән, Мәләүез, Илеш ырҙындарында һәм Әбйәлил районында «РЕСО» компанияһы келәттәрендә һаҡланасаҡ.

- Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһының федераль интервенция фондына һалыу өсөн иген һаҡлау ҡеүәте 255,6 мең тонна тәшкил итә. Был йәһәттән эш дауам итә, әүҙемлек арта, сөнки бөгөн интервенция сиктәрендә игенгә хаҡтар баҙарҙағынан юғарыраҡ. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: федераль интервенция фонды резервтарын булдырыу буйынса дәүләт бурысын үтәү көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы 2024 йылға тиклем өс миллион тонна иген запасы булдырырға ниәтләй, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Быйыл Башҡортостанда биш миллион тоннанан ашыу иген йыйылды. Тотош ил буйынса уңыш юғары булды. Рәсәйҙә 50-55 миллион тонна запас бар. Һөҙөмтәлә былтыр бер тонна бойҙай 14 мең һум торһа, быйыл уның хаҡы ни бары 7-8 мең һум тәшкил итә. Күп кенә хужалыҡтар өсөн был хаҡ уңыш йыйыуға киткән сығымдарҙы ла ҡапламай.

Ауыл хужалығы тармағына ярҙам итеү өсөн Рәсәй Хөкүмәте иген интервенцияһы механизмын башлап ебәрҙе. Ул һуңғы дүрт йыл эсендә баҙар ихтяжы булмау арҡаһында эшләмәй торҙо. Әммә быйыл был механизмды ҡайтанан ебәреү кәрәклеге билдәләнде. 3-сө класлы бойҙайҙың бер тоннаһын 15 мең һумдан һатып алалар, был баҙар хаҡынан яҡынса ике тапҡырға юғары.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

https://bashgazet.ru

127 мең тонна иген һатылған
127 мең тонна иген һатылған
Автор:
Читайте нас: