Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Декабрь 2022, 10:23

Республикала 2023-2025 йылдарға минималь эш хаҡы күләме билдәләнде

2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда минималь хеҙмәт хаҡы бюджеттан тыш өлкәлә — 19 743 һум, бюджет өлкәһендә 18 678 һум була, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтендә.

Республикала 2023-2025 йылдарға минималь эш хаҡы күләме билдәләнде
Республикала 2023-2025 йылдарға минималь эш хаҡы күләме билдәләнде

2023-2025 йылдарға минималь эш хаҡы тураһында килешеүгә республиканың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияһы ултырышында ҡул ҡуйылған. Документтарҙа Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры — финанс министры Лира Иғтисамованың, Профсоюздар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченконың һәм Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы рәйесе Айҙар Нәсибуллиндың ҡултамғаһы тора.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: