Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
11 Ғинуар 2023, 15:03

Һаҡлыҡ банкы ипотека буйынса ставканы күтәрҙе

10 ғинуарҙан Һаҡлыҡ банкы беренсел һәм икенсел торлаҡ һатып алыу өсөн ипотека кредиты буйынса төп ставканы 0,5% күтәрҙе. Хәҙер был ставка 10,9% тәшкил итә.

Һаҡлыҡ банкы ипотека буйынса ставканы күтәрҙе
Һаҡлыҡ банкы ипотека буйынса ставканы күтәрҙе

Федераль киң мәғлүмәт сараларында банк вәкиленең комментарийы баҫылған: «Хәҙерге баҙар шарттары беҙҙе төп программалар буйынса яңы төҙөлгән һәм икенсел торлаҡ өсөн ипотека буйынса ставкаларға бер аҙ төҙәтмәләр индерергә мәжбүр итә».

Шулай уҡ был льготалы ипотека буйынса ставканың 7% алып 8% тиклем күтәрелеүенә бәйле (программа 2024 йылдың 1 июненә тиклем оҙайтылды), ул башҡа ипотека программаларында ла ставкаларҙың артыуына килтерҙе, тип иҫәпләй эксперттар. Бынан тыш, 2023 йылдың февралендә төп ставка буйынса сираттағы ҡарар ҡабул ителергә тейеш.

ural-rb.ru

Автор:
Читайте нас: