Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Февраль 2023, 12:54

Кемдәргә льготалы ипотека тейеш?

Балалы ғаиләләр льготалы ипотекаға дәғүә итә ала йәки рефинанслауға дәғүә итә ала. 

Кемдәргә льготалы ипотека тейеш?
Кемдәргә льготалы ипотека тейеш?

Кемдәргә тейеш:

- 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң балалары тыуған ғаиләләргә;

- ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә;

- инвалид балаһы булған ғаиләгә;

- уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) бала алған ата-әсәләргә, баланың тыуған көнө 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренә тиклем булыу шарты менән.

Программа юридик шәхестән төҙөлә башлаған йорт йә төҙөүсенән әҙер торлаҡ һатып алыуға ғына ҡағыла.

Күпме: был программа буйынса ипотека ставкаһы  6 проценттан юғары булмаҫҡа тейеш. Ҡайһы берәүҙәр уны балалы ғаиләләргә 5 процентҡа тиклем төшөрҙө.

Нисек алырға: банктың офисына мөрәжәғәт итергә, ғариза яҙырға һәм кәрәкле документтар  тупланмаһын тапшырырға. Программала 50-гә яҡын  банк ҡатнаша.

ye102.ru

Кемдәргә льготалы ипотека тейеш?
Кемдәргә льготалы ипотека тейеш?
Автор:
Читайте нас: