Дим буйҙары
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Февраль 2023, 00:02

Шанхайҙа Халыҡ-ара аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр күргәҙмәһе үтәсәк

Ҡытайҙа 2023 йылдың ғинуарынан Рәсәй Федерацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһында Сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан Республикаһы вәкиленең офисы эшләй.

Шанхайҙа Халыҡ-ара аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр күргәҙмәһе үтәсәк
Шанхайҙа Халыҡ-ара аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр күргәҙмәһе үтәсәк

Шанхай ЭКСПО үҙәгендә 18 - 20 майҙа “SIAL Global Food Industry Summit” Халыҡ-ара аҙыҡ-түлек, эсемлектәр һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы күргәҙмәһе үтәсәк.

Донъялағы иң ҙур күргәҙмәләрҙең береһендә 150 меңдән ашыу ҡунаҡ килер тип көтөлә. Быйыл 180 000 квадрат метр майҙанда 4,5 мең эшҡыуарлыҡ вәкиле үҙ тауарын күрһәтәсәк, шул иҫәптән: аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр, ит һәм һөт ауыл хужалығы ризыҡтары, кондитер изделиелары, консервалар, туңдырылған аҙыҡ-түлек, емеш-еләк, йәшелсә һәм башҡалар.

Күргәҙмә сиктәрендә һөт ризыҡтары, логистика, аҙыҡ-түлек импорты һәм башҡалар буйынса форумдар эшләйәсәк.

“SIAL Global Food Industry Summit” сараһы һәм Ҡытайҙағы башҡа күргәҙмәләр тураһындағы һорауҙарҙы [email protected] (Күргәҙмә билдәһе менән) ебәрергә мөмкин.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, Ҡытайҙа 2023 йылдың ғинуарынан Рәсәй Федерацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһында Сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан Республикаһы вәкиленең офисы эшләй. Уның хеҙмәткәрҙәре бергәләп эшләргә, экспортерҙарҙың мәнфәғәттәрен сағылдырырға һәм Ҡытай буйынса ғаризалар өҫтөндә эшләргә әҙер. Офисы Пекинда Рәсәй Федерацияһының Ҡытайҙағы илселеге биләмәһендә урынлашҡан.

Әлбиттә, был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итәсәк.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: trade.bashkortostan.ru

#национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

Шанхайҙа Халыҡ-ара аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр күргәҙмәһе үтәсәк
Шанхайҙа Халыҡ-ара аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр күргәҙмәһе үтәсәк
Автор:
Читайте нас: