Дим буйҙары
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Февраль 2023, 07:53

Башҡортостанда органдар күсереү операциялары арта

Башҡортостанда барлығы 24 меңдән ашыу пациентҡа юғары технологиялы операциялар яһалған.

Башҡортостанда органдар күсереү операциялары арта
Башҡортостанда органдар күсереү операциялары арта

Бер йыл эсендә Башҡортостанда органдарҙы трансплантациялау буйынса 54 операция яһалған. 2022 йылда республика кардиоүҙәге хирургтары йөрәкте күсереп ултыртыу буйынса биш операция үткәргән, быйыл да шул ҡәҙәр үк операция яһау планлаштырыла.

Башҡортостанда барлығы 24 меңдән ашыу пациентҡа юғары технологиялы операциялар яһалған. Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итә. Ул әйтеүенсә, республикала ҡатмарлы операцияларҙы көтөү ваҡыты һиҙелерлек кәмегән. Шул уҡ ваҡытта башҡа ыңғай  тенденциялар ҙа күренә.

– Уҙған йыл беҙҙең өсөн демографик күрһәткестәрҙең ыңғай тенденциялары менән тарихта ҡалды. Дөйөм һәм сабыйҙар үлеме күрһәткестәре һиҙелерлек кәмене. “Һаулыҡ һаҡлау” дөйөм дәүләт  проекты сиктәрендә беҙ ҙур сумма – 8 миллиард һумға яҡын аҡса алдыҡ. Аҡсаларҙыц беренсел звеноны модернизациялауға, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәшкә йүнәлттеләр. Беҙ ФАП-тар төҙөнөк, медицина учреждениеларын  ремонтланыҡ, йыһаздар, медицина автомобилдәре һатып алдыҡ, – тип хәбәр итә һаҡлыҡ һаҡлау министры.

Дөйөм дәүләт проекттары Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысында тормошҡа ашырыла.

Bashinform.ru

Башҡортостанда органдар күсереү операциялары арта
Башҡортостанда органдар күсереү операциялары арта
Автор:
Читайте нас: