Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Февраль 2023, 17:16

Илдә эшләгәндәргә ташламалар була

#ВладимирПутин Дәүләт башлығы илдә иҡтисади хәлде тотороҡландырыу, граждандар тормошон яҡшыртыу өсөн башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. 

Илдә эшләгәндәргә ташламалар була
Илдә эшләгәндәргә ташламалар була

Әлеге ваҡытта илебеҙ Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе дауам итә. Дәүләт башлығы илдә иҡтисади хәлде тотороҡландырыу, граждандар тормошон яҡшыртыу өсөн башҡарылған эштәр тураһында ла һөйләне.

– Быйылдан башлап Рәсәй компаниялары илебеҙҙең алдынғы ватан IT-ҡарарҙарын һәм яһалма интеллект файҙаланып булдырылған продукцияһын һатып алһа, табышҡа һалым буйынса түләүҙәрҙе кәметә ала. Был сығымдар юғары коэффициент менән иҫәпкә алына – ысынбарлыҡтағы сығымдарҙан 1,5 тапҡырға күберәк. Компания һалған һәр һумға һум ярымлыҡ һалым ҡайтармаһы тура килә, – тине ул.

Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының иҡтисади составтары буйынса ҡайһы бер нормаларын йомшартырға тәҡдим итте.

– Хөкүмәттән иҡтисадтың деофшоризация процесын тиҙләтергә мөмкинлек биргән өҫтәмә саралар буйынса тәҡдимдәрҙе көтәм. Бизнес Рәсәй юрисдикцияһы сиктәрендә эшләргә тейеш, - тине ул. 

Шулай уҡ Владимир Путин ирекле пенсия тупланмалары өсөн 2,8 миллион һумлыҡ страховка ҡаплауы тәҡдим итте. Был – банк һаҡламдарын һаҡлау суммаһына ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.

Фото: "Бәйләнештә". 

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: