Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
12 Март 2023, 20:45

"Мөмкинлектәрегеҙ менән таныштым"

Бөгөн Тегеранда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ирандың нефть министры урынбаҫары Мохсен Ходжасте-Мехр менән осрашты.

"Мөмкинлектәрегеҙ менән таныштым"
"Мөмкинлектәрегеҙ менән таныштым"

Көн тәртибендә нефть һәм газ тармағындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.

Ирандың нефть министры урынбаҫары Башҡортостандың нефть сығарыу һәм эшкәртеүҙәге ҡеүәте ҙур булыуын билдәләне.

“Иран газ запасы буйынса донъяла Рәсәйҙән ҡала икенсе һәм нефть запасы буйынса өсөнсө урында, – тине Мохсен Хожасте-Мехр. – Беҙ ошо өлкәләге проекттарҙы тормошҡа ашырыу ниәтендә Башҡортостан менән эшләргә әҙер. Мин Петербург халыҡ-ара газ форумында һеҙҙең республиканың стендын ҡараным һәм мөмкинлектәрегеҙ менән таныштым”.

Башҡортостан Башлығы үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса тәҡдимдәрен еткерҙе. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәрҙә лә яҙҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: