Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Март 2023, 17:26

Ипотеканың ниндәй төрө ҙур ихтыяж менән файҙаланыла?

Был йәһәттән яҡшы яңылыҡтар бар.

Ипотеканың ниндәй төрө ҙур ихтыяж менән файҙаланыла?
Ипотеканың ниндәй төрө ҙур ихтыяж менән файҙаланыла?

Февраль айы һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Башҡортостанда ВТБ банкында 280-дән ашыу заемсы торлаҡ кредитын рәсмиләштергән. Дөйөм сумма бер миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Һөҙөмтәлә был, ғинуар менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк.

Быға ташламалы ипотеканы тормошҡа ашырыу, яңы объекттарҙы сафҡа индереү һәм төҙөүселәрҙең субсидияланған программаларҙы ҡыҫҡартыуы булышлыҡ иткән.

Шулай итеп, быйыл ике айҙа ВТБ 1,46 миллиард һумлыҡ 400-ҙән ашыу торлаҡ кредитын рәсмиләштергән. Бигерәк тә әҙер торлаҡ ҙур ихтыяж менән файҙаланылған. Уларҙың дөйөм проценты 70 проценттан ашҡан. Тағы “Ғаилә ипотекаһы” ла өҫтөнлөктә (60 процент). Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашыра.

Әйткәндәй, “Ғаилә ипотекаһы” программаһындағы үҙгәрештәр инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ҡағыла. Яңы төҙөлгән йорттарҙан фатир һатып алыу мөмкинлеге булмаған төбәктәрҙә бындай ғаиләләргә икенсел баҙарҙа торлаҡ алыу мөмкин буласаҡ.

“Ташламалы ипотека” һәм “Алыҫ Көнсығыш ипотекаһы” программаларындағы үҙгәрештәр өлөшләтә мобилизация барышында Ҡораллы Көстәр сафына саҡырылғандарға ҡағыла. Улар өсөн, “Ташламалы ипотека”һына ярашлы, шәхси йорттарға хоҡуҡты дәүләт теркәүенең һуңғы ваҡыты нормаларының ғәмәлдә булыуы туҡтатыла.

Тағы бер үҙгәреш заем ҡулланып объекттар һанын арттырыуға ҡағыла. Хәҙер “Ғаилә ипотекаһы”, “Ташламалы ипотека”, “Алыҫ Көнсығыш ипотекаһы” һәм “IT-ипотека” программаларында ҡатнашыусылар ябыҡ пай инвестиция фондтарына ҡараған милек составына ҡараған торлаҡҡа кредитты рәсмиләштерә ала.

Фото: new-world-rpg.ru

bashgazet.ru

Ипотеканың ниндәй төрө ҙур ихтыяж менән файҙаланыла?
Ипотеканың ниндәй төрө ҙур ихтыяж менән файҙаланыла?
Автор:
Читайте нас: