Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
28 Март 2023, 07:23

Республикала иң яҡшы экспортерҙар билдәләнде

Конкурста 26 предприятие ҡатнашҡан

Республикала иң яҡшы экспортерҙар билдәләнде
Республикала иң яҡшы экспортерҙар билдәләнде

 Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы республиканың Экспортҡа ярҙам үҙәге менән берлектә 2022 йыл йомғаҡтары буйынса “Йыл экспортсыһы” конкурсының төбәк этабында еңеүселәрҙе билдәләне, тип хәбәр итә төбәк хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Конкурстың комиссияһы ҡарауына 26 конкурсант – 8 компания эре бизнес вәкилдәре һәм 18 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты тәҡдим ителгән. Сара шарттары буйынса һәр конкурсант ҡатнашыуға бер номинация буйынса ғына ғариза бирә ала.

Төрлө номинацияларҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында “Контроль пакеты” (төрөү һәм пакеттар етештереү); Үлсәү ҡорамалдары заводы (ауырлыҡ ҡорамалдары етештереү); “Дуҫлыҡ” (һөт эремсек һыуы һәм ҡоро һөт һатыу); “Акрус –м” фәнни-етештереү фонды (электр ҡорамалдары етештереү); “Дуҫтар” сауҙа йорто (бал, алкоголһеҙ бальзамдар һатыу һәм башҡалар); “АРТ Оснастика” (быраулау ҡорамалдары етештереү); “Вэй ПАК” (пластик стакандар һәм аҙыҡ-түлек төргәктәре етештереү); “Альтернатива Экспресс” (ҡулланыусылар сегментының пластмасса изделиелары етештереү); “Ураллесэкспорт” (урман сәнәғәте комплексы) кеүек предприятиелар билдәләнде.

Эре предприятиелар араһында еңеүселәр: “Башхим” сауҙа йорто (химия сәнәғәте); “Геоспейс Технолоджис Евразия” (геологик ҡорамалдар етештереү); “Шишмә май экстракцияһы заводы” (үҫемлек майы етештереү); “Шишмә шәкәр заводы” (шәкәр ҡом етештереү); “Уфаоргсинтез” (пластмасса һәм синтетик сммалалар етештереү); “Нефтекама яһалма күн производство берекмәһе” (күн изделиелары етештереү); “Метта” (мебель тештереү).

- Беҙ тышҡы баҙарҙа республика тауар етештереүселәре тауарының көнәркәшлек һәләтен күтәреү, республика предприятиеларының тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеген баһалау, экспорт эшмәкәрлегенең абруйын күтәреү һәм илдәр буйынса экспорт тәьминәтен диверсификациялау өсөн конкурс үткәрәбеҙ, – тип билдәләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

 Конкурстың һәр номинацияла еңеүселәре Рәсәй экспорт үҙәге ойошторған “Йыл экспортсыһы” Бөтә Рәсәй конкурсының округ этабында ҡатнашырға тәҡдим ителә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты-2030 йылға сеймал булмаған яғыулыҡҡа ҡарамаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү.

Фото: foreign.bashkortostan.ru

bashgazet.ru

Республикала иң яҡшы экспортерҙар билдәләнде
Республикала иң яҡшы экспортерҙар билдәләнде
Автор:
Читайте нас: