Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Июнь 2023, 09:48

Башҡортостан сөгөлдөрө Ҡытай баҙарын яулай

Гранулланған сөгөлдөр һығынтыһы шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеүҙең өҫтәмә продукцияһы, ауыл хужалығы малдарын һимертеү өсөн файҙалы матдәләр күп булған туҡлыҡлы өҫтәмә булып тора

Башҡортостан сөгөлдөрө Ҡытай баҙарын яулай
Башҡортостан сөгөлдөрө Ҡытай баҙарын яулай

Башҡортостан шәкәр заводтарының өҫтәмә продукцияһы — сөгөлдөр һығынтыһы – Ҡытай баҙарына уңышлы экспортҡа сығарыла, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостандың эре шәкәр заводтары 2023 йылда Ҡытай баҙарына үҙенең өҫтәмә продукцияһы – гранулланған сөгөлдөр һығынтыһы менән сыҡты һәм уны уңышлы үҙләштерәләр. Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтары Ҡытай Халыҡ Республикаһына ауыл хужалығы малдары өсөн үҫемлек сығышлы мал аҙығын экспортҡа оҙатыуҙы яйға һала.

Йыл башынан алып Россельхознадзор идаралығы контроле аҫтында Ҡытайға 12 мең 110 тонна гранулалы һығынты оҙатылған. Мал аҙығына ҡиммәтле өҫтәмәләр өлгөләре, Ҡытай яғының талаптарына ярашлы, “ВНИИЗЖ” федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан филиалында лаборатория экспертизаһы үтте. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса, сөгөлдөр ҡымыҙының бөтә партиялары импортлаусы илдең талаптарына тап килә.

Гранулланған сөгөлдөр һығынтыһы шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеүҙең өҫтәмә продукцияһы, ауыл хужалығы малдарын һимертеү өсөн файҙалы матдәләр күп булған туҡлыҡлы өҫтәмә булып тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президент Владимир Путин указы менән ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) сиктәрендә “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсат тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – 2030 йылға сеймал булмаған энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү.

Фото: http://www.rsn-rb.ru

https://bashgazet.ru

Башҡортостан сөгөлдөрө Ҡытай баҙарын яулай
Башҡортостан сөгөлдөрө Ҡытай баҙарын яулай
Автор:
Читайте нас: