Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
11 Июль 2023, 16:27

Нисек дәүләттән аҡса алырға һәм үҙ бизнесыңды асырға?

Ғаилә килемен арттырырға була.

Нисек дәүләттән аҡса алырға һәм үҙ бизнесыңды асырға?
Нисек дәүләттән аҡса алырға һәм үҙ бизнесыңды асырға?

 Әгәр ғаиләнең килеме йәшәү минимумынан түбән булһа, уны социаль яҡлау органдары һәм социаль контракт ярҙамында арттырырға мөмкин

Нимә ул социаль контракт? Дәүләт һәм ғаилә йәки дәүләт һәм граждан араһындағы килешеү. Уның сиктәрендә социаль яҡлау органдары социаль ярҙам күрһәтәсәк. Шул уҡ ваҡытта икенсе яҡ ғаиләнең йәшәү кимәлен күтәреү өсөн билдәле бер эштәрҙе үтәү бурысын үҙ өҫтөнә ала.

Социаль контракт 6-12 айға төҙөлә һәм түләүҙәрҙе йә бушлай хеҙмәттәрҙе күҙ уңында тота. Ниндәй дәүләт ярҙамы тәғәйенләнәсәге һәр осраҡта шәхсән әҙерләнгән адаптация программаһына бәйле.

Мәҫәлән, һеҙ тормош иптәшегеҙ менән ике бала тәрбиәләйһегеҙ. Һуңғы өс айҙа ғаиләнең дөйөм килеме 110 мең һум тәшкил иткән.

✅ Ғаиләнең аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына инеү-инмәүен билдәләү өсөн йәшәү минимумын иҫәпләйҙәр: (13 789 һум х 2 + 12 271 һум х 2) / 4 кеше. = айына 13 030 һум.

Әйткәндәй, балалар өсөн йәшәү минимумы эшкә һәләтле халыҡтыҡынан айырыла.

✅ Ғаиләләге бер кешегә йән башына уртаса килем түбәндәгесә иҫәпләнә: 110 мең һум / 3 ай / 4 кеше = 9 166 һум.

✅ Һуңынан ғаилә өсөн билдәләнгән йәшәү минимумын (13 030 һум) уның йән башына уртаса килеме (9 166 һум) менән сағыштыралар. Ғаиләнең йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән артмауын иҫәпкә алып, ғаилә аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына индерелә. Тимәк, ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин.

???? Аҡса нимә өсөн бирелә?

- Үҙеңдең эшеңде асыуға - 350 мең һумға тиклем
- шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереүгә - 200 мең һумға тиклем
- ауыр тормош хәлен яйға һалыуға - ай һайын 13 789 һум (максималь түләүҙәр ваҡыты - 6 ай)
- эш табыуға - контракт төҙөгән осраҡта 13 789 һум, артабан эшкә урынлашҡас - шундай уҡ күләмдә тағы 3 түләү.

Бынан тыш, социаль контракт сиктәрендә ҡайтанан уҡыуға 30 мең һумға тиклем аҡса алырға мөмкин.

Социаль ярҙам шарттары һәм уны тәғәйенләү тәртибе тураһындағы мәғлүмәт БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының https://vk.cc/cpoCD9 һәм Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең https://vk.cc/cpoCJX рәсми сайттарында бирелгән.

Шулай уҡ программала ҡатнашыу шарттары буйынса аңлатмаларҙы йәшәгән урын буйынса Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында https://vk.cc/cpnSOX, мәшғүллек үҙәктәрендә https://vk.cc/cpnSZr, “Ғаилә” үҙәктәрендә https://vk.cc/chDhBD, шулай уҡ Күп фукнкциялы үҙәктә https://vk.cc/ckQ0w0 алырға мөмкин

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Нисек дәүләттән аҡса алырға һәм үҙ бизнесыңды асырға?
Нисек дәүләттән аҡса алырға һәм үҙ бизнесыңды асырға?
Автор:
Читайте нас: