Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
15 Сентябрь 2023, 08:35

Яңы саҡырыуҙар — яңы мөмкинлектәр

Рәсәй Ҡулланыусылар кооперацияһының халыҡ-ара форумында Бишбүләк лимонады юғары баһаланды.

Яңы саҡырыуҙар — яңы мөмкинлектәр
Яңы саҡырыуҙар — яңы мөмкинлектәр

Сентябрь башында Түбән Новгородта Рәсәй Ҡулланыусылар кооперацияһының «Кооперация: ваҡыт, традициялар, кешеләр» халыҡ-ара форумы уҙҙы, ул Түбән Новгород губернаһында беренсе «Һаҡсыллыҡ» кооператив йәмғиәте барлыҡҡа килеүҙең 155-йыллығына бағышланғайны, ул Түбән Новгород йәрминкәһендә  барлыҡҡа килгән hәм хәҙерге РФ Yҙәк берлегенең дауамына әүерелгән.

Форум эшендә Башпотребсоюз идараһы рәйесе Венер Ильясов, Бишбүләк райпоһы Советы рәйесе Ринат Гәрәев, Ҡырмыҫҡалы райпоһы Советы рәйесе Рәүис Хажиев, Башҡортостан кооператив техникумы директоры Светлана Шаhапова составында Башҡортостан кооперативтарының делегацияһы ҡатнашты. Форум сиктәрендә Рәсәй Ҡулланыусылар кооперацияһы предприятиелары күргәҙмәһе асылды. Yҙ продукцияһын илдең 20-нән ашыу төбәге тәҡдим итте.

Иң яҡшыһы булараҡ Башпотребсоюз экспозицияһы билдәләнде, ул беренсе көндәрҙән үк үҙенең мили колориты менән ғәжәпләндерҙе һәм форумда ҡатнашыусыларҙың айырым иғтибарын йәлеп итте. Экспозиция составында Бишбүләк районы цехының алкоголһеҙ эсемлектәре киң ассортимент менән тәҡдим ителде. Бишбүләк лимонады бизнес форумына килеүселәргә ысын фурор тыуҙырҙы hәм башҡа төбәктәрҙән килгән кооперация етәкселәренең юғары баһалауына лайыҡ булды.

Башпотребсоюз майҙансығы, үҙенең импровизацияланған концерт программаһы, башҡорт милли көйҙәре hәм продукцияны тәмләп ҡарау йөҙләгән тамашасының иғтибарын йәлеп итте. Беҙҙең республика кооператорҙары күргeәҙмәһе менән РФ Yҙәк берлеге Советы рәйесе Дмитрий Зубов та танышты. Ул дөйөм төбәк кооператив хеҙмәткәрҙәренең ҡаҙаныштарын юғары баһаланы.

— Ил менән бергә кооператорҙар әҙерләү эшсәнлеген, продукция, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе hәм мәғариф эшсәнлеген үҫтереүгә һәм эшкәртеүгә ҙур өлөш индерҙеләр hәм индереүҙе дауам итәләр.

— Бөгөн  Ҡулланыусылар кооперацияһы заман талаптарына яуап бирә, яңы төбәктәрҙә  ҡулланыусылар йәмғиәттәрен hәм ойошмаларын тергеҙә, урындағы халыҡҡа hәм алғы һыҙыҡтағы беҙҙең һуғышсыларға кәрәкле ярҙам күрһәтә. Беҙҙең кооперативтың принциптары — үҙ-ара ярҙам, теләктәшлек, социаль яуаплылыҡ — форумда ҡатнашыусылар өсөн диалогтар нигеҙе буласаҡ hәм Рәсәйҙә Ҡулланыусылар кооперацияһын артабан үҫтереү өсөн иң һөҙөмтәле ҡарарҙар эшләргә ярҙам итәсәк, тип ышанам. Барлыҡ ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле эш, конструктив, файҙалы аралашыу hәм иң яҡшы теләктәремде еткерәм, — тип билдәләп үтте.

Форумдың эшлекле программаһының төп сараһы булып «Кооперация: яңы саҡырыуҙар — яңы мөмкинлектәр» темаһына пленар ултырышы булды, унда кооператив закондарҙы үҙгәртеү, төбәк программалар hәм ҡулланыусылар кооперацияһына ярҙам итеү, төбәк брендтарын формалаштырыу hәм үҫтереү аша аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген hәм импортты алмаштырыуҙы тәьмин итеү, кесе hәм урта эшҡыуарлыҡ стратегияһы сиктәрендә ҡулланыусылар кооперацияһын тотороҡло үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.

Айгoл ГӘРӘЕВА.

Фотолар Ринат Гәрәевтың шәхси архивынан.

Яңы саҡырыуҙар — яңы мөмкинлектәр
Яңы саҡырыуҙар — яңы мөмкинлектәр
Яңы саҡырыуҙар — яңы мөмкинлектәр
Автор:
Читайте нас: