Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
4 Октябрь 2023, 10:29

Яңы йылдан уртаса пенсияның күләме 23,2 мең һум була

Яңы йылдан уртаса пенсияның күләме 23,2 мең һум була

Яңы йылдан уртаса пенсияның күләме 23,2 мең һум була
Яңы йылдан уртаса пенсияның күләме 23,2 мең һум була

Яңы йылдан уртаса пенсияның күләме айына 23,2 мең һум тәшкил итергә тейеш. Был хаҡта илдең финанс министры Антон Силуановтың һүҙҙәренә һылтанма менән «Российская газета» хәбәр итә.

Рәсәйҙең финанс министры билдәләүенсә, 1 ғинуарҙан пенсиялар 7,5% индексациялана (был фаразланған инфляция кимәле), шунан һуң уның уртаса күләме 23 244 һум булыр тип көтөлә. Бының өсөн бөтәһе 600 миллиард һум аҡса талап ителә.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда тәғәйенләнгән пенсияларҙың уртаса күләме 19 038 һумға етә. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 6,3%  күберәк, былтыр пенсия 17 910 һум тәшкил иткән.

2023 йылдың 1 июненә ҡарата Башҡортостанда 1 139 315 пенсионер иҫәпләнгән. 2022 йылдың ошо айы менән сағыштырғанда уларҙың һаны 13,7 мең кешегә кәмегән.

Шул уҡ ваҡытта 172 мең пенсионер һаман эшләп йөрөй.

https://www.bashinform.ru

Яңы йылдан уртаса пенсияның күләме 23,2 мең һум була
Яңы йылдан уртаса пенсияның күләме 23,2 мең һум була
Автор:
Читайте нас: