Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Россельхознадзор контроле аҫтында Миәкә районынан арпа ярмаһы Вьетнам баҙарына оҙатылған.
Алыҫ илгә юлланыр алдынан 42 тонна арпа ярмаһы Башҡортостан буйынса Россельхознадзор идаралығы белгестәре тарафынан тикшерелгән һәм рәсмиләштерелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - 2030 йылға сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортының, 2020 йыл менән сағыштырғанда, кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү.
Фото: Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Башинформ.