Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
11 Апрель , 12:44

Был бизнес ҙур капиталь һалыу талап итмәй

Бишбүләктән Лилиә Бикбулатова күптән түгел генә ваҡ йәшел тәмләткес (микрозелень) үҫтереү менән шөғөлләнә башлаған, ә хәҙер эшен тағы ла йәйелдерергә ниәтләй.

Был бизнес ҙур капиталь һалыу талап итмәй
Был бизнес ҙур капиталь һалыу талап итмәй

Әгәр ҙә һеҙ сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара торған булһағыҙ, әлбиттә, популярлыҡ яулай торған яңы йүнәлеш тураһында ишеткәнһегеҙҙер: рационға микрозелень өҫтәргә кәрәк. Йәш үҫемлек үҫентеләрен үҙ өйөндә үҫтерергә йәки әҙер бокстар һатып алырға мөмкин. Бишбүләктән Лилиә Бикбулатоваға микрозелень үҫтереү идеяһы уҙған йылдың декабрендә барлыҡҡа килә. Яңы башланғыстарҙа уға ире Андрей ярҙам итә.

Лилиә үҙе әйтеүенсә, бизнес идеяһын уның улы Данил тәҡдим иткән.

- Өйҙә беренсе булып манго барлыҡҡа килде. Уны улым төшөнән үҫтерҙе. Ул әле өсөнсө класта уҡый, күптән түгел хатта манго үҫтереү буйынса эш яҡланы. Шул уҡ принцип буйынса ул хәҙер авокадо, апельсин, мандарин, лимон, финик үҫтерә. Маньчжур сәтләүеген ултыртып ҡараны. Ул ултыртҡан туғыҙ сәтләүектең береһе шытып сыҡты. Микрозелень тураһында мин улымдан белдем. Улар дәрестә уҡытыусылары менән бергә тәҙрә төбөнә микрозелень ултыртҡан. Унан һуң ул беҙгә был турала мауыҡтырғыс итеп һөйләй башланы. Мин бының менән ҡыҙыҡһындым, һәм мәғлүмәт эҙләй башланым. Микрозелень үҫтереү идеяһы беҙгә минималь сығымдар кәрәклеге яғынан оҡшаны. Был бизнес ҙур инвестициялар талап итмәй. – ти Лилиә.

Башта был эксперимент булған, ул тиҙҙән табыш килтереүсе мауығыуға әүерелгән. Стеллаждарҙа лампалар аҫтында көнбағыш, борсаҡ, руккола, редис, кресс-салат, брокколи һ.б. үҫә.

- Башта мин уның нимә икәнен белеү өсөн бер нисә лоток ултыртып ҡараным. Беҙ беренсе тапҡыр борсаҡ үҫтерҙек. Беҙгә бик оҡшаны. Уның бик файҙалы продукт булыуына иғтибар иттек. Беҙ үҫентеләрҙе бәләкәй генә кәштәлә үҫтерә башланыҡ, унан һуң ирем миңә ҙур стеллаждар яһап бирҙе. Хәҙер беҙ даими рәүештә алты культура үҫтерәбеҙ. Дөйөм алғанда, культуралар ун көн эсендә үҫә. Ҡуҙғалаҡ кеүек культуралар бик оҙаҡ үҫә. Өҫтәмә рәүештә урындағы кафелар өсөн базилик үҫтерәбеҙ, улар уны пицца яһағанда ҡуллана. Ә хәҙер беҙ бөтнөк һәм ҡуҙғалаҡ үҫтереп ҡарайбыҙ, шулай уҡ тиҙ арала, айырыуса байрамдар ваҡытында, һатыла торған һуған үҫтерәбеҙ, - ти Лилиә.

Файҙалы һәм яңы өлгөргән продукцияны кафелар теләп ала, район халҡы ла йәшелләнә башлаған лотокларны йышыраҡ ала башланы. Үҫемлектәрҙең йәш үҫентеләрен салаттарға, аштарға, пиццаларға һ.б. ҡушалар. Уларҙы үҫтереү өсөн ер кәрәкмәй, уның урына махсус агровата ҡулланалар. Ул химик яҡтан таҙа, ҡулланыуы еңел, бәләкәй генә тамыр системаһы булған культуралар өсөн яраҡлы һәм юғары дымлылыҡҡа эйә. Уны тәрбиәләү айырыуса балаларға оҡшай. Ҡайһы берәүҙәр һатып алғас, балаларының бәләкәй үҫентеләрҙе нисек яратып ҡарай башлауҙары тураһында һөйләйҙәр.

- Был культураларҙың барыһы ла үҙҙәренең йәш емештәрен хәтерләтә. Был продукттың файҙаһы тураһында әйткәндә, һәр йәшел тәмләткес кеүек үк, микрозелень файҙалы, әммә йәш үҫентеләрҙә витаминдар һәм минералдар концентрацияһы ҙур үҫемлектәргә ҡарағанда бер нисә тапҡыр күберәк. Микрозелендә иммунитет өсөн кәрәкле элементтар күп, был ҡышҡы һәм яҙғы осорҙа бик мөһим. Кешегә үҙ организмын файҙалы элементтар менән тулыландырыу өсөн көнөнә 15-30 грамм микроэлемент етә. Микрозелень балаларға бик оҡшай, улар борсаҡ менән көнбағышҡа өҫтөнлөк бирә. Әкренләп беҙ эшебеҙҙе арттырабыҙ. Микрозелень тураһында күберәк кеше белә башланы һәм заказ бирәләр. Даими клиенттарыбыҙ ҙа бар. Микрозелень һатыуҙан алған табышты беҙ артабан да бизнесты үҫтереүгә һалабыҙ. Үҫтереү өсөн һыу һибеү системаһы, лампалары булған завод стеллажы һатып алырға нәйтләйбеҙ,  - ти Лилиә.

Микрозелень – ул ауыл хужалығында перспективалы йүнәлеш. Лилиә менән Андрей әлеге продукция менән кешеләрҙең табынға килеп еткәнсе  меңләгән саҡрым юл үтмәгән яңы өлгөргән йәшел тәмләткес һәм йәшелсә ашай алһындар өсөн күрше райондарға барырға ла ниәтләй.

Наилә СӘБӘХОВА,

Автор фотоһы.

Был бизнес ҙур капиталь һалыу талап итмәй
Был бизнес ҙур капиталь һалыу талап итмәй
Автор:
Читайте нас: