Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
3 Май , 11:48

Ҡышҡы спорт төрҙәре өсөн аяҡ кейемен беҙҙә етештереү күҙаллана

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә...

Ҡышҡы спорт төрҙәре өсөн аяҡ кейемен беҙҙә етештереү күҙаллана
Ҡышҡы спорт төрҙәре өсөн аяҡ кейемен беҙҙә етештереү күҙаллана

Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы Башҡортостанда етештереү менән ҡыҙыҡһынған инвесторҙар өсөн яңы инвестиция тәҡдимен әҙерләне. Уның концепцияһына ярашлы, Ишембай районында спорттың ҡышҡы төрҙәре өсөн аяҡ кейеме етештереү күҙаллана. Тәҡдимдәге иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, проект бюджеты 352,21 миллион һум тәшкил итәсәк, предпрятиела яңы 50 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

- Был инвестиция тәҡдимен эшләү спорттың ҡышҡы төрҙәре өсөн аяҡ кейемен етештереүгә ихтыяждың артыуына бәйле, сөнки, нигеҙҙә, Рәсәйҙә йәшәүселәр тау саңғыһы өсөн тәғәйенләнгән продукцияны һатып ала. Предприятиены “Алға” айырым иҡтисади зонаһы биләмәһендә урынлаштырыу тәҡдим ителә. Бында урынлашҡан инвестор айырым иҡтисади биләмә резиденттарына гарантияланған һалым ташламаларынан һәм таможня өҫтөнлөктәренән файҙалана ала, - тип белдерҙе Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Ҡышҡы спорт төрҙәре өсөн аяҡ кейеменең етештерелә башлауы Рәсәй Президентының “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү”, “Демография”, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекттары (национальные проекты “Малое и среднее предпринимательство и поддержка предпринимательской инициативы”, “Демография”, “Долгая и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

 Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/23760/

Ҡышҡы спорт төрҙәре өсөн аяҡ кейемен беҙҙә етештереү күҙаллана
Ҡышҡы спорт төрҙәре өсөн аяҡ кейемен беҙҙә етештереү күҙаллана
Автор:
Читайте нас: