Дим буйҙары
0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Февраль 2025, 08:28

Башҡортостан Үзбәкстанға 19 тонна ҡымыҙ оҙатты

Быйыл республика сит илгә бөтәһе 57 тонна ҡымыҙ оҙатҡан.

Башҡортостан Үзбәкстанға 19 тонна ҡымыҙ оҙатты
Башҡортостан Үзбәкстанға 19 тонна ҡымыҙ оҙатты

Башҡортостан сираттағы ҡымыҙ партияһын сит илгә оҙатты, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың төбәк буйынса идаралығында.

Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһы сит илгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы оҙатыла. Мәғлүм булыуынса, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Октябрьскийҙан предприятие экспортҡа 19 тонна ҡымыҙ әҙерләгән.

“Һөт продукцияһын етештереүсе һәм тәьмин итеүсе экспорт сертификацияһын үтте һәм "Цербер" ФДИС – в экспортерҙар реестрына индерелде”, – тип асыҡлыҡ индерҙеләр күҙәтеү ведомствоһында.

Быйыл Башҡортостан сит илгә бөтәһе 57 тонна ҡымыҙ оҙатҡан.

Рәмилә МУСИНА фотоһы (архивтан).

/bashgazet.ru

 

Башҡортостан Үзбәкстанға 19 тонна ҡымыҙ оҙатты
Башҡортостан Үзбәкстанға 19 тонна ҡымыҙ оҙатты
Автор:
Читайте нас