Йәйге һәм көҙгө осорҙа граждандар малдарҙы көтөүгә ҡыуа, төнгөлөккә иһә торлаҡ пункттарынан алыҫта һәм автомобиль юлдарына яҡын урында ҡалдыра, был үҙе үк ҡараҡтар өсөн еңел табыш булып тора.
7.3 статья. Көтөү һәм ауыл хужалығы малдарын ҡыуып сығарыу тәртибен боҙоу.
1. Башҡортостан Республикаһы норматив хоҡуҡ акттары тарафынан урынлаштырылған көтөү һәм ауыл хужалығы малдарын ҡыуып сыығарыу тәртибен боҙоу. Әгәр ул Рәсәй Федерацияһының ҡануниәтендә (БР2012 елның 19 июлендә сыҡҡан 578-се Законы редакцияһында) күҙ уңында тотолған хоҡуҡ боҙоу составына тура килмәһә,граждандарға 1000 һумдан алып өс мең һумға ҡәҙәр, юридик шәхестәргә - ун мең һумдан алып алып ун биш мең һумға ҡәҙәр административ штраф янай (БР 2014 елның 29 майында сыҡҡан 99-сы Закон редакцияһында).
Ағымдағы йылдың алты айында ошондай 43 факт асыҡланған, уларҙан 27 эш ҡаралған. 27 мең һумлыҡ штраф һалынған. Әммә, профилактик эш алып барылыуға ҡарамаҫтан, граждандар төнгө ваҡытта ла малдарын бәйҙә ҡараусыһыҙ ҡалдыра. Был нимә менән бәйлелер, әйтеүе ауыр, шулай ҙа, ҡайһыбер граждандар бесәнде экономиялауға әҙер, шул уҡ ваҡытта урлашыу осрағында 9 мең һум унан да күберәк аҡса юғалтыуын аңламай. Мал шәхси ихатанан һәм ферма территорияларынан урлана. Бындай енәйәттәр йылдан-йыл арта бара. Килеп тыуған хәл районда күпселек халыҡтың эшһеҙ, бәләкәй эш хаҡы булыуына бәйле. Шул уҡ ваҡытта күп кенә енәйәт мал хужаһының ғәйебе менән дә эшләнә. Был, тәү сиратта, малдарҙың аҙбарҙа аҫрағанда һаҡлаусыһыҙ булыуына йәки ҡарауылсыларҙың үҙ вазифаһына һалҡын ҡарауында. Хужалыҡ етәкселәре тарафынан да контроль юҡ, улар мал аҫрау урындарын йыһазландырыуға бәйле талаптарҙы тейешенсә үтәлмәй (мал ябылған биләмәләрҙең яҡшы ҡоймаһы һәм яҡтылығы юҡ). 2018 йылдың алты айында районда биш мал урланған: ат урлауҙың өс факты Туҡай ауылында һәм “Богдан
агрофирмаһы йәмғиәтендә ике факт. Барлыҡ әлеге урлашыусылар милекселәрҙең үҙҙәренең ғәйебе менән булған, һөҙөмтәлә уларға байтаҡ зыян килгән. Йыш ҡына ер биләүселәр иректә көтөлгән малдарҙы төнгөлөккә ябып ҡуймай. Ҡайҙа булғаны хаҡында ла ҡыҙыҡһынмай, әгәр мал юғалһа, бер нисә көндән һуң ғына Эске эштәр органдарына мөрәжәғәт итә. Граждандарҙың полицияға үҙ ваҡытында мөрәжәғәт итмәүе, малдарҙы үҙҙәре табырға теләүе әлеге енәйәттәрҙе асыу ихтималлығын кәметә. Граждандарҙың һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының уртаҡ көсө менән генә уғрылыҡты кәметеп буласаҡ.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк район