4 апрелдә Камилла Миша менән бергә, Стәрле йылғаһы аша күпер буйлап сығып барғанда, йөҙөп йөрөгән өйрәктәрҙе күреп ҡалған. Балалар ҡоштарҙы сохарый менән ашатып алырға булған. Ҡыҙ дуҫын яр буйында ҡалыуын һораған, әммә малай тыңламай боҙ буйлап китеп барған. Һөҙөмтәлә етенсе класс уҡыусыһы боҙ аҫтына китеп, бата башлаған.
Камилла юғалып ҡалмаған, Мишаға шыуышып килеп, уны ярға һөйрәп сығарған.
«Һуңынан мин уны өйөмә алып ҡайттым, сөнки ул өшөр ине. Мин уға эҫе сәй эсерҙем, ванна бүлмәһенә ебәрҙем һәм алмаш кейем бирҙем», — тип һөйләне Камилла Тайсина.
Йәш герой: «Ярҙам итергә мөмкинлегең булғанда, ниңә ситтә ҡарап торорға?», — тип ябай ғына фекерләй.
Быға тиклем «Башинформ» агентлығы Камилла Тайсинаны Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының маҡтау грамотаһы менән наградлауҙары тураһында хәбәр иткәйне.