Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Ноябрь 2018, 13:17

Йәнә ер тетрәгән

Кисә көндөҙгө сәғәт 1 тула 12 минутта Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан сигендә йәнә ер тетрәү булған.

«Рәсәй Фәндәр академияһының берҙәм геофизика хеҙмәте» мәғлүмәттәре буйынса, эпиүҙәк Ҡатау-Ивановск ҡалаһынан 21 саҡрым көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан. Сейсмик әүҙемлек 4,4 магнитуда һәм 10 саҡрым тәрәнлек менән теркәлгән. Халыҡтан оператив хеҙмәттәргә 50-нән ашыу мөрәжәғәт килгән.

«Райондар, объект хакимиәттәре, министрлыҡтар, ведомстволарҙың берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә идара итеү үҙәге менән үҙ-ара эш итеү ойошторолған», — тип хәбәр иттеләр Силәбе өлкәһе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Емереклектәр, зыян күргән һәм һәләк булған кешеләр тураһында мәғлүмәт килмәгән.

2018 йылда Башҡортостан биләмәһендә бындай күренеш күҙәтелгәйне инде. 5 сентябрҙә Уралда Өфөнән 133 саҡрым көнсығыштараҡ ер тетрәне. Сығанаҡ 10 километр тәрәнлектә урынлашҡан.

Ни өсөн Башҡортостанда ер тетрәй, төбәктәге сейсмик әүҙемлек тураһында башҡа ҡыҙыҡлы факттар, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
Читайте нас: