Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Ноябрь 2018, 18:31

Робот-хирург

Робот-хирург "Да Винчи" ярҙамында 200-се операция уҙҙы!

Өфөлә ошо йылдың февралендә роботтар хирургияһы үҙәге асылғайны. Шунан бирле "Да Винчи" роботы Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтарына көн һайын тиерлек ассистент булып тора. Был аппаратта төрлө операциялар үткәрелә. Ә табиптар үҙҙәре төрлө мастер-кластарҙа үҙ оҫталығын даими камиллаштыра.

Тиҫтәләгән миллион һумлыҡ юғары технологиялы робот-хирург сит илдә эшләнгән. Башта ул космонавтарға операциялар үткәреү өсөн тәғәенләнгән булған. 3D операция урынының һүрәтен хирург 10 тапҡыр ҙурайтып күрә. Операцияны микроинструменттар ярҙамында бөләкәй генә тишек аша үткәрәләр. Ә был- ҡанды минималь юғалтыу һәм ауырыу тәненең иң аҙ йәрәхәтләнеүе тигән һүҙ.

Бындай роботтар илдә ни бары 28 генә. Өфөлә пациенттарға робот менән операцияларҙы мотлаҡ медицина страховкаһы фонды аҡсаһы иҫәбенә үткәрәләр
Читайте нас: