Баҡтиһәң, 45 йәшлек наркоман торлағын әшнәләренә даими рәүештә файҙаланырға биргән. Унда йыйылғандар мәк һаламы һығындыһын ҡулланған, ә фатир хужаһы менән наркотик матдәләр менән иҫәпләшкән. Полиция хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, бында күрше өлкәләрҙән дә килеп, ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергәндәр.
Был осраҡ буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 232-се статьяһының 1-се бүлеге буйынса (притон тотҡан йәки наркотик матдәләр, психотроп әйберҙәр ҡулланыу өсөн даими рәүештә бина биргән өсөн) енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ирҙең ғәйебе иҫбатланған осраҡта, уға дүрт йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай. Әле уға йәшәгән урынынан ситкә китеү тыйылған.