6,5 миллион һум аҡсаның етешмәүе ревизия мәлендә асыҡланған. Финанс-кредит ойошмаһының вәкиле полицияға мөрәжәғәт иткән. Оператив-эҙләү сараларынан һуң полиция банк кассиры енәйәткә ғәйепле тип тапҡан. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, 39 йәшлек хеҙмәткәр ай дауамында аҡсаны алған, ревизия алдынан бер миллион һумды алып сыҡҡан.
Был хәлгә ҡарата енәйәт эше асылған. Шиккә алынған ҡатын полиция бүлегенә килтерелгән.
«Әлеге ваҡытта ул РФ Енәйәт-процессуаль кодексының 91-се статьяһына ярашлы ҡулға алынған. Ҡылынған хәл буйынса тикшереү үткәрелә», — тип хәбәр итте Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Луиза Хәйруллинаның банкты талауы буйынса тикшереү дауам итә.