Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Июль 2019, 18:11

Лотереяға фатир отҡандар!

Башҡортостандан Йәрмөхәмәтовтарҙың йәш ғаиләһе лотерея уйынында фатир отоп ҡыуанды.

Ләйсән һәм Илнур Йәрмөхәмәтовтар бөгөн күрше Свердловск өлкәһенең Екатеринбург ҡалаһында төпләнгән, быға тиклем улар Башҡортостанда йәшәгән. Шуныһы ҡыҙыҡ: бәхетле лотерея билетын йәштәргә Башҡортостанда йәшәгән Илнурҙың әсәһе бүләк итеп почта аша ебәрә.

Йәш ғаилә күптән түгел генә Екатеринбург ҡалаһында ипотекаға фатир алған булған. Шуға ла яңы миллионерҙар лотерея хаҡын аҡсалата алырға ҡарар иткән. Бәхетле йәштәр аҡсаның бер өлөшөн ипотека кредитын ҡаплау өсөн тотоноп, ә ниндәйҙер суммаһын Илнурҙың тиҙҙән кейәүгә сығырға йыйынған һеңлеһенә бүләк итеп бирәсәк. Ләйсән быға тиклем стоматолог ярҙамсыһы булып эшләгән, шуға ла Йәрмөхәмәтовтар һауанан төшкән аҡсаға үҙҙәренең стоматология кабинетын да булдырырға хыяллана.
Читайте нас: