Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғаилә Өфө ҡалаһында һәм Иглин районында наркотик һатыу, уны таратыу менән шөғөлләнгән. 37 йәшлек ир менән 34 йәшлек ҡатын "аҡ ағыу"ҙы күмәртәләп һатып алып, уны бәләкәй дозаларға бүлеп, артабан йәшерен урындарға һалған.
Полицейскийҙар наркобизнесмендарҙың йортонда рөхсәт ителмәгән матдә төрөлгән төргәк тапҡандар. Асыҡланыуынса, улар синтетик наркотиктарҙы диван аҫтында һаҡлаған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре йортта дүрт килограмдан ашыу "ағыу" тартып алған.
Әлеге ваҡытта уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, ир менән ҡатын һаҡ аҫтына алынған. Биш йыл бергә йәшәү дәүерендә улар бер ҡайҙа ла эшләмәй, ошо рәүешле аҡса "һуҡҡан" булып сыға, күрәһең. Тик ҡырын эш 40 йылдан һуң да беленә, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән бит.