Был юлы Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан элек банкта эшләп киткән хеҙмәткәр банкоматты "таҙартҡан". Әле ул иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Асыҡланыуынса, уғры Златоуст ҡалаһының Төҙөүселәр урамындағы банкоматтан күп тә түгел, аҙ ҙа түгел, өс миллион һум аҡсаға "хужа" булған. Ул ҡырын эшен төнгө ваҡытта ҡылған, йәнәһе, халыҡ ял иткәндә.
Шуныһы ҡыҙыҡ: бурҙы тотҡас, уның элек ошо банкта эшләп китеүе асыҡланған, тимәк, урлашыу юлдарын яҡшы белгән.
Ғәйебе иҫбатланһа, байлыҡ яратыусы 10 йылға тиклем төрмәлә "ял итәсәк". Ә бына урланған аҡсаны полицейскийҙар тапмаған, әле ғәйепләнеүсенең миллиондарҙы ҡайҙа йәшереүе асыҡлана.