Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Сентябрь 2019, 09:20

Питерҙан велосипедта сығып киткән

Һәм 17 көн юғалып торғандан һуң Салауатта пәйҙә була.

33 йәшлек Ринат 25 август кисендә документтарһыҙ, телефонһыҙ, аҡсаһыҙ велосипедта йөрөргә сығып китә һәм ғәйеп була. Ирекмәндәр уны Питерҙан эзләй, ә ул Башҡортостанда табыла.Егет үҙе бәйләнешкә сыҡҡан. Баҡһаң, ошо 17 көндә ул туғандары йәшәгән Салауат ҡалаһына ҡайтып еткән икән.

Уның барлыҡ туғандары ла тиерлек бында йәшәй. Ул үҙе бында тыуған, унан һуң ата-әсәһе менән Себергә сығып киткән, артабан Питерҙа төпләнгәндәр. Ринат тыуған яғын һағына һәм көндәрҙән бер көндө Салауатҡа ҡайтып китергә була...

Ул бар юлды тиерлек велосипедта үтә. Уның тәгәрмәсе тишелгәс, автобусҡа күсеп ултыра. Аҡса менән юлсылар ярҙам итә.
Читайте нас: