Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Октябрь 2019, 10:34

Рулдә – ете йәшлек малай

Ете йәшлек малай, бер иптәшен һәм көсөгөн ултыртып, атаһының машинаһында авария яһаған.

Алтай өлкәһендә булған был хәл.

Бер бала иптәше менән бергә атаһының BMW машинаһына ултырып сығып китә. Улар трасса буйлап йөрөй. Шунда малай идараны юғалта һәм балалар ултырған иномарка ҙур йөк машинаһына килеп бәрелә. Бәхеткә, аварияла бер кем дә зыян күрмәй.

РЕН ТВ каналы күрһәткән видео кадрҙарында илап баҫып торған ике бала һүрәтләнгән. Улар бик ҡурыҡҡан, йөк машинаһын йөрөтөүсе ир-аттан ярҙам һорайҙар. Үҙҙәрен өйгә ҡайтарып ҡуйыуҙы үтенәләр. Бер малайҙың ҡулында бәләкәй генә көсөк тә бар.

Балаларға күҙ-ҡолаҡ булып тормаһағыҙ, шундый хәлдәр ҙә булырға мөмкин.

Был малайҙың ата- әсәһе тейешле органдар алдында яуап бирәсәк.
Читайте нас: