Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Октябрь 2019, 14:13

Банкоматтан 4,3 миллион һум аҡса урлағандар

Енәйәт Иглин ҡасабаһында теркәлгән. Аҡса бурҙары байлыҡты ҡулға төшөрөү өсөн 11 сәғәт буйы банкоматты аҡтарған. Ваҡиға 3 октябрҙән алып 4 октябргә ҡарай теркәлгән.

Ҡараҡтар банкомат торған магазин бинаһына үтеп ингән. Шулай уҡ үҙҙәре менән бензин яғыулығында эшләгән болгаркалар һәм уларға 6 запас диск, яғыулыҡ та хәстәрләй.

Енәйәт киске 9 сәғәттән алып таңғы 8-гә тиклем дауам итә. Шуныһы ҡыҙыҡ, таңғы сәғәт 5-ҙә хәүефһеҙлек сигналы эшләй һәм енәйәт урынына хоҡуҡ һаҡсылары килә әммә бер нәмә лә күрмәй.

Банкоматты емереп аҡса урлау факты икенсе көндә иртән генә асыҡлана. Әле 4, 3 миллион һум урлаған ҡараҡтарҙы эҙләйҙәр.
Читайте нас: