Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Октябрь 2019, 10:29

Миллиондар урлап. ун йылдан һуң тотолған

Татарстанда тыуған һәм инде үлгән тип иҫәпләнгән Роза Әғләмйәнованы Петербургта тотҡандар. Уны ун йыл элек Ҡазан банкынан 11 миллион һум аҡса урлауҙа ғәйепләп эҙләгәндәр.

Енәйәт 2009 йылда ҡылына. Кассир булып эшләүсе Роза банктан 11,4 миллион һум аҡсаны бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ алып сығып китә. Шунан һуң ул банкта башҡа күренмәй.

Роза Әгләмйәнованың фотоларын мөмкин булған бөтә урынға тараталар, ләкин был ҡатын хоҡуҡ һаҡсыларынан ҡаса.

2010 йылда банк суд аша Роза Әғләмйәнованы хәбәрһеҙ юғалған йәки үлгән тип танытыуға ирешә. Полицияла ла был ҡатын вафат булған тип фаразлайҙар. Хоҡуҡ һаҡлаусылар Розаның енәйәтсел төркөмдә ҡатнашҡан ир-аттың дуҫ ҡатыны булыуын белә. Шуға күрә был ҡатынды үлтергәндәр, тип уйлайҙар.

Петербургта Әғләмйәнованы ювелир салондарын талауҙа ҡатнашыуҙа шикләнеп, һаҡ аҫтына алалар. Һуңыраҡ уның шәхесе асыҡлана. Роза Петербургта сит кеше паспорты менән йәшәгән.

24 йәшлек Роза Әғләмйанова 2009 йылда Ҡазандағы Райффайзен банкында кассир булып эшләгән һәм 11,4 миллион һум урлаған. Эске эштәр министрлығы базаһында Розаның фотоһы 2009 йылдың авгусында барлыҡҡа килгән. Быйыл 18 октябрҙә Петербургта суд ҡарары буйынса Розаны ҡулға алғандар. "Портреты һәр ҡоймала эленеп торһа ла, Розаны ун йыл эҙләнеләр", тип хәбәр итә "Фонтанка" сайты.

Банктан аҡса урлағандан һуң Роза, алты йәшлек ҡыҙын алып, Илдар исемле ир-атҡа – енәйәтсел төркөм әғзаһына эйәреп, Ҡазандан сығып китә. Илдарҙы 2014 йылда Ленинград өлкәһендә ҡулға алалар. Ул почтальондарға һөҗүм иткән һәм талаған. Шул саҡта яраланған һәм ҡасып ҡотола алмаған. Уны ун өс йылға ирегенән мәхрүм иткәндәр.
Читайте нас: