Дим буйҙары
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Ноябрь 2019, 12:35

Туҡмалған дуҫы урманда туңып үлә...

Октябрь урталарында ике дуҫ Бәләбәй ҡалаһынан йыраҡ булмаған урманға бара. Матур ғына башланған сәйәхәттең аҙағы үкенесле тамамлана.

Асыҡланыуынса, ни сәбәптәндер ике ир араһында низағ сыға, берәүһе икенсеһен ныҡ итеп туҡмай. Тән йәрәхәттәре алғаны ҡаса, ә тегеһе, иптәшен урманда ҡалдырып, ҡалаға ҡайтып китә. Ҡаза күргәненең өҫкө кейеме булмай, етмәһә, көн дә һалҡын, шунлыҡтан ул урманда туңып үлә...

Бер нисә көн үткәс, 33 йәшлек ир, иптәшенең йортона ҡайтмағанлығын белеп, кире урманға, енәйәт ҡылған урынға килә һәм дуҫының үле кәүҙәһенә тап була. Закон алдында яуап бирәсәген аңлап, ғәйепләнеүсе иптәшен урманда ерләй.

Тик бер нисә көндән һуң ул полиция бүлегенә бара, урманда булған хәл тураһында һөйләп бирә.

Әле тикшереү бара, сәбәптәре асыҡлана.
Читайте нас: