Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Ноябрь 2019, 10:48

14 мең һарыҡ карабы менән ауған

Бер утраулыҡ Палау дәүләтенең “Queen Hind” исемле ҙур йөк ташыусы карабы Ҡара диңгеҙҙә ауа.

Унда 22 экипаж эшселәре менән 14 мең һарыҡ була, Румынияның полиция, хәрби-диңгеҙ хеҙмәткәрҙәре шундуҡ бәләгә тарыусыларға ярҙамға ашыға.

“Экипаж хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла ҡотҡарылды, уларҙың ғүмеренә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай. Бары тик берәүһенә генә медицина ярҙамы кәрәк булып дауаханаға оҙатылды. Ул диңгеҙгә осоп төшкәнлектән еңелсә һалҡын тейҙергән. Шулай уҡ яҡынса 7 меңләп һарыҡты ла ҡоро ергә сығарып булды. Уларҙың күбеһе үҙҙәре диңгеҙ буйлап йөҙә башлағандар ине”, - тип хәбәр итә “Би-би-си” телеканалының пресс-секретары.

Йөк карабының бәләгә тарыу сәбәптәре әлегә асыҡланмаған.
Читайте нас в