Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Января 2020, 09:15
Күстәнәскә – 800 шешә араҡы
43 йәшлек ирҙең машинаһында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре 800 шешә (күбеһе маркаһыҙ) араҡы тапҡан. Водитель уны дуҫына күстәнәскә алып барыуы менән аңлатҡан.
Был хәл Алтай Республикаһының Туросаҡ районында булған.
Араҡы шешәләре күмер тулы тоҡтар аҫтында табылған. Водитель был хәлде дуҫы янына оҙайлы отпускка барыуы менән аңлатырға тырышһа ла, алкоголде экспертизаға ебәргәндәр.
Был ҡәҙәр араҡыны ҡайҙан алыуын “отпускка” китеп барыусы Бийскта билдәһеҙ һатыусыларҙан алыуы менән ышандырырға тырышҡан.
Нисек булһа ла, был иргә хәҙер отпусыһын айныҡ үткәрергә тура киләсәк. Сөнки уға ҡарата “Физик берәмектәрҙең алкоголь продукцияһын законһыҙ күсереүе” тигән закон буйынса административ эш ҡуҙғатылған. Уға 5 мең һум штраф янай.
kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"