Башҡортостанда 12 кешенең айырыуса ҙур күләмдә законһыҙ наркотиктарҙы һатыуҙа ҡатнашы бар. 16 килограмдан ашыу «синтетика» тартып алынған. Салауат ҡалаһында оперативниктар наркотиктар һатыуҙа шикләнгән кеше йәшәгән йорт алдында автомобилгә тап була. Машина эсендә алты килограмға яҡын синтетик наркотик табылған. Шәхси тикшереү ваҡытында уның hәм уның танышынан 80 грамдан артыҡ төргәкле порошок тартып алғандар. Һуңыраҡ полиция хеҙмәткәрҙәре республика территорияһында, Әстерхан, Ырымбур hәм Һамар өлкәләрендә йәшерен урындарҙы асыҡлай. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, хоҡуҡҡа ҡаршы эшкә 18 йәштән 34 йәшкә тиклемге Өфө, Стәрлетамаҡ hәм Салауат ҡалаларында, шулай уҡ Өфө hәм Иглин райондарында йәшәүсе 12 кеше тарттырылған. Тикшереү эштәре һәм оператив-эҙләү саралары һөҙөмтәһендә, ғәйепләнеүселәрҙең йәшәү урындары буйынса тентеүҙәр үткәрелгән, hәм барлығы 16,7 килограмдан артыҡ наркотик матдә тартып алынған. Хәҙер суд ҡарары буйынса һигеҙ ғәйепләнеүсе — һаҡ аҫтына алынған, береһе — өй һағы, тағы өсәүһенән ситкә китмәү тураһында ҡултамға алынған. Енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Тикшереү дауам итә.